Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров етәкселегендәге ултырышта республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Шүлгәнташ мәмерйәһенең ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелеүен Сергей Лавров айырым билдәләп үтте. Рәсәй башланғысы менән илебеҙҙә хәҙер ошондай 34 объект. Башҡортостандың уңыштарын сит ил эштәре министры юғары баһаланы.ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның дөйөм йыйылышында республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктең танылған проекттары Рәсәй мәнфәғәттәрен алға этәреүгә булышлыҡ итә тип белдерҙе. Өфө университетында ЮНЕСКО кафедраһы булдырылыуы ошо ҡаҙаныштарҙың бер өлөшө. Бынан тыш, былтыр Башҡортостандың геологик киҫелештәре халыҡ-ара эталондар — «алтын сөйҙәр» статусын алды. Бындай ваҡиғалар республиканың донъя аренаһындағы һәм эксперттар мөхитендәге урынын нығыта.
Тағы бер мөһим аҙым — Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй геология ғилми-тикшеренеү институты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Геопарктарҙың милли системаһы Башҡортостанда нигеҙләнәсәк.Мәскәү авиация институтында Башҡортостандан 169 студент белем ала. Быйыл республика ошо учреждениеға уҡырға инеүселәр һаны буйынса тәүге биш төбәк иҫәбенә ингән. Радий Хәбиров йыһан технологиялары һәм авиация техникаһы үҙәктәре лабораторияларын ҡараны.Республика Башлығы вуз ректоры менән пилотһыҙ авиация өлкәһендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.Шулай итеп Башҡортостан, ябай булмаған сәйәси шарттарҙа ла халыҡ-ара диалог өсөн мөмкинлектәр булдырып, фәнде үҫтереүгә һәм тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлауға баҫым яһай.







