Республика хөкүмәте ҡарамағындағы "Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһындағы" законды ғәмәлгә ашырыу буйынса комиссия ултырышында алтаҡталарҙағы яҙыуҙарҙа хаталарҙы тикшереүгә етди иғтибар биреләсәк тиелде. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажин һәм башҡалар ҡатнашты.
Алтаҡталарҙағы яҙыуҙарҙа хаталарҙы тикшереүгә етди иғтибар биреләсәк
Өфөлә Республика башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендә Башҡортостан республикаһы халыҡтары телдәре буйынса комиссия ултырышы үтте.







