Бүләкләнеүселәр араһында "Башҡортостан" дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы хеҙмәткәрҙәре Мария Ғәлләмова һәм Салауат Фәтхетдинов та бар.
Тантананан һуң республиканың төрлө мөйөштәренән килгән хәбәрселәр йола буйынса Константин Толкачев менән осрашты. Унда икенсел торлаҡ, мутлышыусыларға ҡаршы тороу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы яҡлау саралары тураһында һүҙ барҙы.







