Республика башлығы көньяҡ-көнсығыш райондар эш сәфәре менән сыҡты

Белорет ҡалаһындағы ул пружина заводы, буласаҡ көрәш йорто төҙөлөшө менән танышты, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының күп балалы ғаиләһен етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы һәм Хөкүмәттең күсмә ултырышын үткәрҙе.
  • Республика башлығы көньяҡ-көнсығыш райондар эш сәфәре менән сыҡты

Белореттағы завод президенттың “Аурус” автомобилдәре өсөн автокомпоненттар эшләй, илдәге һәр икенсе йөк ташыусы вагон уларҙың ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Заводта 600-ҙән ашыу кеше эшләй. Хөкүмәттең күсмә ултырышында Белорет районы иҡтисады һәм инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһе тикшерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, эре һәм урта предприятиеларҙың инвестициялары 13 процентҡа артып 215 миллиард һумға еткән.Борсолоу тыуҙырғаны — йылылыҡ селтәренең таушалыуы. Белоретта декабрь башындағы авария сәбәпле йылы һәм эҫе һыу биреү туҡтатылғайны. Яңы йыл алдынан Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Флюс Ғәлимовтың ғаиләһе менән осрашты һәм балаларына бүләктәп тапшырҙы. Республика яугир ғаиләһенә бар яөлап ярҙам күрһәтәсәк, тине Радий Хәбиров. Әйткәндәй, бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа ярҙам иткән Белорет тиҙҙән Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы статусын алыуы ихтимал.