Теләктәр шыршыһы

Федерация Советың фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһына ҡушылып, Өфөнән ун йәшлек Викторияның хыялын тормошҡа ашырҙы.
  • Теләктәр шыршыһы

Өфөлә йәшәүсе ун йәшлек Виктория сентизатор тураһында хыялланған. Ул үҙенең был хыялы хаҡында "Теләктәр шыршыһы" акцияһына яҙып ебәрә. Уның яңы йыл теләген сенатор Лилиә Ғүмәрова үтәй. Яңы йыл алдынан Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡыҙҙы ҡиммәтле бүләк менән ҡыуандырҙы.

"Теләктәр шыршыһы" акцияһы 2018 йылдан алып Рәсәй буйынса үткәрелә һәм йыл һайын изге эштәр ҡылырға әҙер меңәрләгән кешене берләштерә. Яңы йыл акцияһында әле мең ярым төрлө ойошма ҡатнаша, улар ярҙамында балаларҙың изге теләктәре тормошҡа ашырыла. Акцияны ойоштороусылар һәм башҡарыусылар тырышлығы менән ете йыл эсендә 200 меңдән ашыу баланың яңы йыл теләктәре үтәлгән. Сенатор Лилиә Ғүмәрова даими рәүештә «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша, Башҡортостан һәм башҡа төбәктәрҙән килгән балаларҙың яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашыра.