Бурыслыларға ҡарата төп яза – милкен тартып алыу. Суд приставтары һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәргән даими рейдтар ваҡытында йыл башынан алып өс йөҙҙән ашыу автомобилде арестҡа алған. Рейд барышына беҙҙең хәбәрселәр ҙә шаһит булды. Ни өсөн бурыслылар хәлде һуңғы сиккә еткерә? Суд приставтарының автомобилде арестҡа алыу ниәте менән килеүҙәрен белгәс тә, Олобәк Хәйҙәров шунда уҡ бурыстарын түләргә ашыҡты. Хужаға бер-нисә ҡат иҫкәртеү хаты ебәреп тә яуап килмәгәс, уны эҙләү иғлан ителә. Килеп тыуған хәлдән бөтә ғаилә ағзалары ла зыян күрә, сөнки Олобәк Хәйҙәровтың исемендә теркәлгән транспорттың күбеһе менән уның туғандары ҡулланған. Бурыслының хәленә инеп, суд приставтары автомобилде бер нисек тә ҡалдыра алмай — бурыстар әле тулыһынса ҡапланмаған. Тик милкенең тартып алыныуын күргәс кенә бурыслыларҙың түләүгә квитанция алып йүгерешә башлауы - ғәҙәти күренеш, ти суд приставтары һәм ул алымдың хужаларҙы тәртипкә өйрәтеүен белдерә. Ә был газель автобусы водителе транспорт хужаһының 600 меңлек бурысы өсөн яуап бирә. Бурыс ҡапланғансы ул эшһеҙ ҡалырға мәжбүр. Йыл башынан бурыслыларға ҡарата 10 меңдән ашыу башҡарма ҡағыҙы төҙөлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген боҙған өсөн штрафтар, түләнмәгән алименттар, һалым өсөн Башҡортостан халҡының бурыстары өс ай эсендә 50 млн. һумға барып баҫҡан.Суд приставтары бурыслыларҙы аяуһыҙ язаға тарттыра. Уларға транспортын йәшереп ҡуйыу ҙа ярҙам итмәй.Был БМВ автомобиленең хужаһы Танаян Серакян 2012 йылдан алып транспорт һалымын түләмәгән. Бөгөнгө көнгә ҡарата уның бирәсәге 400 меңде тәшкил итә. Бурысын ҡайтарыу өсөн транспортҡа арест һалыу тураһында ҡарар сыҡҡандан алып автомобилде өс ай буйына эҙләйҙәр һәм уны ошо автосервис биләмәһендә ҡар аҫтында табалар. Бурыстың барлығы-юҡлығын тикшереү бик еңел. Бының өсөн суд приставтары хеҙмәте сайтына инергә кәрәк. Арест һалынғандан һуң бурыс 5 көн эсендә ҡайтарылырға тейеш. Юғиһә, автомобиль аукционға сығарыла. Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ тарафынан төбәктә ай һайын йөҙләп транспорт һатыла.
Бурысың бар икән-түлә
Тулыраҡ: Бурысың бар икән-түлә