Башҡортостан аграрийҙары яҙғы сәсеү эштәренә әҙерләнә.
Әле хужалыҡтарҙа минераль ашламалар, яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡ туплау бара. Бынан тыш, техника һәм тағылма инвентарь төҙөкләндерелә. Минераль ашламалар туплау буйынса Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә һәм Шаран райондары эш яҡшы ойошторолған.