Белоруссия ОМОН-ы Минск уртаһында ҡаршылыҡ акцияларында ҡулға алыныусыларҙы азат итеүҙе талап итеп урамдарға сығыусыларҙы тотҡан. Властар әйтеүенсә, барлыҡ акциялар килешелмәйенсә үткәрелгән.
Чехиялағы зоопарктарҙың береһендә носорогтарҙың мөгөҙҙәрен ҡырҡа башлағандар. Был уларҙы браконьерҙарҙан һаҡлау өсөн эшләнә. Быға тиклем Франциялағы зоопаркта мөгөҙө өсөн браконьерҙар аҡ носоргты үлтергәйне.
Камчаткала Камбальный вулканы атыла башлаған. Был биләмәлә самолеттар осошо тыйылған. Сейсмологтар урындағы халыҡ өсөн вулкандың ҡурҡынысы юҡ, тип ышандыра.
Быйыл Рәсәйҙә яҙғы ташҡын көслө булыр, тип көтөлә. Шуға ла ҙур йылғаларҙа боҙ шартлатыу башланды. Силәбе өлкәһендә һәм Алтай крайында йылғаларҙа тығындар булмаһын өсөн боҙ шартлатылған.