Бөгөн төп бурыстарҙың береһе — алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан өс меңдән ашыу яугиргә социаль адаптация үтеүҙә булышлыҡ күрһәтеү. Был ҡатлам граждандарҙы эш урындары менән тәьмин итеү ҙә тәүге урында. Республикала әле "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһы ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 1 мең 500-ҙән ашыу ветеранды берләштерә.
Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам артабан да дауам итәсәк
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.







