Радий Хәбиров Өфө хосписында булды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписында булып тәрбиәләнеүселәрҙе Иҫке Яңы йыл байрамы менән ҡотланы һәм ҡатыны Өфө хосписы хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хабирова менән бергә Яңы йыл бүләктәре тапшырҙы.
  • Радий Хәбиров Өфө хосписында булды

Өфө хосписында иҫке Яңы йыл иң көтөп алған байрамдарҙың береһе. Шуға күрә сараға һәр-кем алдан уҡ әҙерләнә башлай. Анастасия Ғәлиева ҡыҙҙары менән бергә матур кейемдәрен кейеп иҫке Яңы йыл байрамына әҙерләнгән.

Өфө хосписында байрамдар йыш уҙғарыла. Саранан бер кем дә ситтә ҡалмай, атлай алғандары үҙҙәре килә, аяҡтан яҙғандарҙы инвалид коляскаһында, хатта ятҡан килеш карауаты менән дә алып киләләр. Хоспис хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бындай байрамдарҙың ойошторолоуы тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың яҡындары өсөн бик мөһим.

Бөгөнгө байрамдың мәртәбәһе айырыуса ҙур, сөнки хоспис тәрбиәләнеүселәрен ҡотлау өсөн республика башлығы килде. Был инде матур йолаға әйләнгән. Тәрбиәләнеүселәр ҙә республика башлығы өсөн бүләктәр әҙерләгән.Республика башлығы өлкәндәр һәм йәш тәрбиәләнеүселәр менән аралашты, шулай уҡ учреждение коллективына рәхмәт белдерҙе, хеҙмәткәрҙәрҙең юғары оҫталығын һәм фиҙакәрлеген билдәләне.

Был кисте Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы артистары үҙҙәренең сығыштары менән йәмләндерҙе. Байрам кисендә йыр-моң ағылып торҙо. Ҙур табын артында хоспис тәрбиәләнеүселәре үҙҙәрен бер ғаилә итеп тоя алды.

Хосписта эш башланғандан алып 1 мең 561 өлкән кеше һәм 256 бала ярҙам алған. Әлеге ваҡытта стационарҙа 10 әсәй һәм 32 өлкән тәрбиәләнеүсе менән 21 бала бар. Өфөнән һәм Өфө районынан 2 меңдән ашыу өлкән кеше, шулай уҡ Өфөнән һәм республиканың 11 районынан 112 бала учреждениеның күсмә хеҙмәттәре ҡарамағында.

2025 йылда махсус бригада 2 мең 687 һәм балаларға 983 күсмә ярҙам күрһәткән. Волонтерҙар штабында 150-нән ашыу кеше иҫәпләнә.

«Өфө хосписы» хәйриә фонды ҡарамағында бөтә республиканан 500-ҙән ашыу ғаилә тора.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө хосписы 2023 йылдың йәйендә эшләй башланы. Был илдә паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн махсус проектланған берҙән-бер учреждение. Яңы йылда балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә мөғжизәгә ышана. Ауыр хәлдәге пациенттар өсөн һәр бер минут ҡәҙерле. Ыңғай тәьҫораттар уларҙың кәйефен күтәреп кенә ҡалмай, ә хатта ғүмерен оҙайта. Шуға күрә лә бында һәр бер байрамға айырыуса ҙур иғтибар бирелә.