Өфөлә шыршыларҙы ҡабул итеү буйынса экологик акция уҙа

Баш ҡалала ылыҫлы ағастарҙы йыйыу өсөн 11 пункт булдырылған.
  • Өфөлә шыршыларҙы ҡабул итеү буйынса экологик акция уҙа

Уларҙың адресы менән Өфө ҡала хакимиәте сайтында танышырға мөмкин. Эшкәртелгән шыршылар мебель етештереүҙә ҡулланыла.

Байрам ҡупшыҡайҙарын 17 һәм 18 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем тапшырырға мөмкин. Былтыр экологик акция барышында ике меңдән ашыу ылыҫлы ағас тупланған.