Ҡыҙ хатта үҙенең шоу — программаһы менән сығыш яһай һәм төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Татьянаның үҙенсәлекле шөғөлө хаҡында хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжеты.
Ҡысҡырыу урынына – ҡыҙҙарға ғына хас наҙлы үтенес, дәртләндереү өсөн — маҡтау һәм тәмлекәстәр менән һыйлау. Аттар ҡаты мөнәсәбәтте ҡабул итмәй, ти Татьяна Носова. Ул үҙенең эшендә икенсе алым ҡулланырға ярата. Аттарҙы өйрәтеү көсләп эшләтеүгә түгел, ә уларҙың психологияһына нигеҙләнгән. Хайуандарҙы айырым бер ҡағиҙәгә буйһондороға кәрәк. Был бер көнлөк эш түгел, ә йылдар һәм сыҙамлыҡ талап иткән көндәлек күнекмәләр. Хужаның ҡулында ла ҡамсы түгел, ә нәҙек кенә сыбыҡ. Бала саҡтан аттар яратҡан ҡыҙ, үҙ аты тураһында хыяллана. Бухгалтер һөнәрен үҙләштергеүгә ҡарамаҫтан, үҙ хыялына тоғро ҡала һәм аттарҙы өйрәтергә ҡарар итә.
Был матур хайуандар менән танышыу «Вера» ҡушаматлы понинан башлана.
Татьяна аттар менән аралашыу серҙәренә интернет селтәренән, төрлө роликтарҙан ҡарап өйрәнә. Шунда уҡ номерҙар өсөн төрлө трюктар ҡарай. Тәүҙә бер ат менән сығыш яһай, йыл да программа байый һәм унда яңы ҡатнашыусылар ҙа өҫтәлә бара. Хәҙер инде Татьянаның программаһында биш ат.
Персик бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, командаларҙы тиҙ өйрәнә.
Ҡасандыр хыялы артынан эйәреп, бухгалтер карьераһын ҡалдырған ҡыҙ, үҙен тулыһынса аттар менән эшләүгә бағышлаған. Хәҙер ул танылған оҫта, күп кенә ат күргәҙмәләрендә һәм фестивалдәрендә ҡатнашыусы һәм төрлө конкурстар еңеүсеһе.







