Республикаға ҡайтанан ҡарлы-буранлы ҡыш килде.
Юлдарҙың айырым өлөштәренә көрт һалды. Һепертмә буран һәм боҙлауыҡ сәбәпле бөгөн Өфө-Стәрлетамаҡ юлында хәрәкәт ҡатмарлашты. Шаһиттар етди авариялар тураһында хәбәр итә. Республиканың төнъяғында ла юлдарҙа ҡатмарлы хәл күҙәтелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы юлға сыҡҡанда мотлаҡ һауа шарттарын иҫәпкә алырға саҡыра.