Өфөлә ВАЗ машинаһы полиция хеҙмәткәрен бәрҙергән

Тулыраҡ: Өфөлә ВАЗ машинаһы полиция хеҙмәткәрен бәрҙергән

Өфөлә ВАЗ машинаһы полиция хеҙмәткәрен бәрҙергән.

Быны шаһиттар кеҫә телефонына төшөрөп алған. Патруль пост хеҙмәтенең бер-нисә хеҙмәткәре водителгә туҡтарға ҡуша. Әммә ул газға баҫып бер хеҙмәткәрҙе төкөтә һәм тиҙ арала ҡасыу яғын ҡарай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер машинаның капотын асырға маташҡан йәш егет үтеп барыусы полиция хеҙмәткәрҙәре күреп ҡала һәм машинаһына ултырып ҡаса башлай. Был Өфөлә полиция хеҙмәткәрен бәрҙереүҙең беренсе генә осрағы түгел Яңыраҡ урман техникумы урамында Ниссан машинаһы ла юл инспекторын бәрҙергәйне.