Бына инде өс быуаттан ашыу был орган илдә граждандарҙың хоҡуғын һаҡлай, ғәйеплеләрҙе таба һәм ғәҙеллек һағында тора. Республикабыҙҙа иһә, йыл һайын был орган 12 меңдән ашыу енәйәт эшен ҡуҙғата. Ул торлаҡ-комуналь хужалыҡ, бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын һәм башҡа йүнәлештәрҙә эш алып бара. Махсус хәрби операция яугирҙарының һәм уларҙың ғаиләләренең килеп тыуған төрлө мәсьәләләре тәү сиратта хәл ителә.
Башҡортостан прокуратураһы Рәсәйҙең иң һөҙөмтәле хоҡуҡ һаҡлау органдары исемлегенә инә, тип билдәләне үҙ сығышында Радий Хәбиров. Тантаналы сарала прокуратура ветерандары һәм әле лә үҙ вазифаларын юғары кимәлдә башҡарып килгән хеҙмәткәрҙәр бар ине.







