Хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжеты.
Ун йылға яҡын туҡланыу буйынса технолог булып эшләгәндән һуң Өфө ҡыҙы ҡапыл иретеп йәбештереүсе эшен үҙ итә. Һәр йөйҙө ентекләп эшләү ювелир һөнәренә бәрәбәр, ти Валерия Ғәлимова.
Иретеп йәбештереү аппараты менән оҫта ҡулланған ҡулдарҙы күреп һаҡланыу маскаһы аҫтында һис кенә лә гүзәл зат, тип уйламаҫһың. Ун йыл ғүмерен Валерия йәмәғәт туҡланыуы өлкәһенә бағышлай: официант, ашнаҡсы булып эшләй... әммә йыл ярым элек ул күптәрҙе аптыратҡан ҡарар ҡабул итә.
Әле Валерия юғары белем алыу менән бер рәттән үҙе лә мәктәп уҡыусыларына, студенттарға иретеп йәбештереү һөнәре серҙәрен өйрәтә. Махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙар өсөн «буржуйкалар» ҙа эшләйҙәр.
Әйткәндәй, тап камил һәм ныҡлы йөйҙәр булдырыу Валерияның Рәсәй чемпионатында уңышлы үткән төп һынауҙарҙың береһе була.Барыһын да уҙып, Валерия Ғәлимова илдең милли чемпионатында ҡатнашыусы иретеп йәбештереүселәр араһында иң яҡшыларҙың береһе тип таныла. Әйткәндәй, кубокта ул берҙән-бер гүзәл зат вәкиле була.
Хәҙер оҫта үҙенең уҡыусылары менән бергә махсус хәрби операция яугирҙары өсөн «буржуйкалар» эшләй. Йыл һайын улар гуманитар йөк менән 100-гә яҡын ҡорос мейес ебәрә. Был эштә башлыса ваҡ моторика эшләй, шуға күрә, иретеп йәбештереү ирҙәр һөнәре булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар быға тиҙерәк өйрәнә. Һалҡын ваҡыттарҙа бындай мейестәр яугирҙарҙы тура һәм күсмә мәғәнәлә йылыта. Шуға күрә, бында шөғөлләнгән студенттар һәм уҡыусылар «йылы менән бүлеш» акцияһында ҡатнаша.
Яугирҙарҙан уҡыусыларға рәхмәт һүҙҙәре даими килә. Фронттан ебәрелгән һәр видеохәбәргә яуап итеп оҫтаханала «усаҡтар ҙа» көслөрәк яна. Валерия Ғәлимова һәм уның уҡыусылары өсөн иретеп йәбештереү аппараты эш ҡоралы ғына түгел, ә өйҙәге йылылыҡты иң ныҡ көтөлгән урынға тапшырыу ысулы ла булып тора.







