Республикала юлдарҙа йылыныу пункттары эшләй

Әгәр бер-бер хәл була ҡалһа, водителдәр һәм уларҙың пассажирҙары был пункттарға инеп йылына ала.

Республика башлығы көндәр һалҡынайтыуға бәйле тейешле хеҙмәттәрҙе ашығыс хәлдәргә әҙер булырға саҡырҙы.