Салауатта урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы уҙҙы

Ул Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы нигеҙендә үтте.

Был белем усағы Профессионалитет һәм башҡа федераль программа сиктәрендә еңеү яулай. Ошо арҡала бында студенттар өсөн белем алыу һәм практика үтеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Аш һәм ҡунаҡхана бүлмәһе, спорт залы, Ай-ти технологиялар кабинеты, хатта бәләкәстәрҙе төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеү өсөн дә бүлмә булдырылған. Әйткәндәй бында 10 уҡыу йүнәлеше бар.