Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн минималь балдар билдәле булды

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт хәбәр итеүенсә, аттестат алыу өсөн мәктәп тамамлаусыларға рус телен кәмендә 24 балға, шулай уҡ, база кимәлендәге математиканы тапшырырға кәрәк.

Юғары уҡыу уҡырға йортона инеү өсөн рус теленән 36 балл, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән кәмендә 42, информатиканан 40, географиянан 37, биология, физика һәм химиянан 36, тарих һәм әҙәбиәттән 32, профилле математиканан 27, сит телдәрҙән 22 балл талап ителә.

Берҙәм дәүләт имтиханының төп өлөшө 1 июндән 9 июлгә тиклем үткәрелә.