Ҡайһы берәүҙәр күктән төшкән ҡунаҡтың теләктәрҙе тормошҡа ашырыуына ышана. Икенселәр иһә ул бик зарарлы тип иҫәпләй. Метеорит төшкән урында хәҙер күл барлыҡҡа килгән. Йыһан ҡунағы тарихы хаҡында хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжеты.
1990 йылдың 17-се май төнөндә Стәрлетамаҡ һәм тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәр иҫ киткес күренешкә шаһит була. Күк йөҙөн йыртып тигәндәй күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ут шары үтеп, усаҡ ямғырын ҡалдыра. Бер аҙҙан шартлау тауышы ишетелә. Метеориттың ергә ҡолау мәлен меңләгән кеше күҙәтә, ә уның эҙемтәләре бик күп серҙәр тыуҙыра. Халыҡ йыһан ҡунағына Сәтрлетамаҡ метеориты тип исем дә биреп өлгөрә. Әле ул Өфө археология музейында һаҡлана.
Музейға килеүселәр метеоритҡа ҡағылып теләк теләһәң, уның ҡабул булыуына ышана, шуға күрә сессия алдынан, бында килеүсе студенттар һаны арта.
Ергә төшкән ҡунаҡ 10 метр радиустағы соҡор ҡалдыра. Әле унда күл барлыҡҡа килгән. Әммә ул хәҙер күпкә ҙурыраҡ, ярсыҡтарҙы ҡул менән эҙләү һөҙөмтә бирмәнгәнлектән, ғалимдар бында экскаваторҙар саҡыртырға мәжбүр була. Метеориттың осоп килеү юлын билдәләү ауыр. Ул саҡта йыһан ҡунаҡтарының траектарияһын аныҡлау өсөн тейешле приборҙар булмаған.Метеорит фрагменттарын ғалимдар ғына түгел, урындағы халыҡ та эҙләп ҡарай. Әммә тиҙҙән асыҡланыуынса, бер кем дә метеорит киҫәктәрен һатып алырға йыйынмай. Ваҡыт үтеү менән, бөтәһе биш фрагмент табыла. Һуңғыһы – 300 килограмдан ашыу ауырлыҡта уның 91 проценты тимер, ете проценты никель. Ул шул тиклем ныҡ булып сыға, хатта, атмосфераның тығыҙ ҡатламдарында ла янмай. Ғалимдар метеорит составын тикшереп уны бик үҙенсәлекле тип таба. Ерҙә бындай составлы металдарҙы осратыу мөмкин түгел, ти белгестәр.







