Был белем усағы "Профессионалитет" һәм башҡа федераль программа сиктәрендә еңеү яулай. Бында студенттар өсөн белем алыу һәм практика үтеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Хәбәрсебеҙ нурия Ғилмуллина сюжеты.
Ҡулдарҙың етеҙлеге һәм бер ниндәй ҙә мутлашыу юҡ. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы студенттары был кабинетта өҫтәлде сервировкалау һәм килгән ҡунаҡтарға аш-һыу сығарыу нескәлектәренә өйрәнә. Аш-һыу бүлмәһендә иһә, ҡыҙҙар төрлө тәмлекәстәр бешерергә өйрәнә. Бында алған белемдәрен улар өйҙә генә түгел, ә буласаҡ эш урындарында ҡуллана аласаҡ.
Белем усағында уҡыуы ҡыҙыҡлыраҡ була башлаған. 2025-се йылда колледжда белем биреү кластерын булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылғандан алып, бында Башҡортостанда туризмды һәм ҡунаҡсыллыҡты үҫтереү өсөн кадрҙар әҙерләү Үҙәге урынлашҡан. Барыһы ла "Профессионалитет" федераль проекты сиктәрендә.
Арыҫлан Сәлиховҡа 16 йәш. Ул колледжда хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге йүнәлешендә белем ала. Бында студенттарға ғына түгел, уҡытыусыларға ла эшкә килеүе тағы ла күңеллерәк була башлаған. Профессиональ белем биреү үҙәгендәге кабинеттарҙа серҙәр ҙә һаҡлана.
Ысын ҡунаҡһаналағы кеүек рессепшн артында торған администратор булырға ла өйрәтәләр бында. Колледж нигеҙендә хатта бәләкәстәрҙе лә һөнәргә һөйөү тәрбиәләү буйынса эш алып барыла. Сара сиктәрендә уҡыусылар араһында закон боҙоуҙы кәметеү, тәрбиә эштәрен алып барыу, төбәктә профессиональ белем биреү системаһын камиллаштырыу мәсьәләләре ҡаралды.






