Инженер ғәскәрҙәренә - 325 йыл

Алкинола хәрбиҙәр республика уҡыусылары өсөн күрһәтмә сығыштар үткәреп, полигондың бөтә мөмкинлектәрен күрһәтте.

Ә уҡыу ҡаласығы интерактив күргәҙмәгә әйләнде.

Шартлы террористтарҙың хәрби часты баҫып алыуы, әлбиттә, легенда ғына. Сценарий буйынса, дошман территорияға бәреп инә. Ҡаршыға тиҙ арала бронетехника менән террорға ҡаршы төркөм сыға. Яугирҙарҙың береһе шартлы яралана. Хәрбиҙәр бар нәмәгә лә әҙер, ә шарттар мөмкин тиклем хәрбигә яраҡлаштырылған. Махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы, сыҙамлығы өсөн 12-се гвардияның инженер бригадаһы Президент указына ярашлы, Жуков ордены менән бүләкләнә. Был ваҡиға ғорурланыу өсөн ҙур сәбәп.

Бөгөн хәрби хеҙмәткәрҙәр ҡуйылған бурыстарҙы батырлыҡ, оҫталыҡ һәм намыҫ менән үтәй. Мәҫәлән, был подразделение Донецк Халыҡ Республикаһындағы Авдеевканы алғанда мөһим роль уйнай. Хәрби бурыстарын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған инженер бригадаһы хәрбиҙәренә арналған Дан Мемориалына сәскәләр ҙә һалынды.

Беҙһеҙ бер кем дә! Инженер ғәскәрҙәренең девизы шулай. 325 йыллыҡ юбилей айҡанлы Өфө һәм Шишмә районы уҡыусылары өсөн тантаналы сара үткәрелде.Күп үҫмерҙәр армияның көндәлек тормошо менән беренсе тапҡыр яҡындан таныша. Күккә "Молния" һәм С-80 пилотһыҙ аппараттарын осороп уҡыу һөжүмен башҡарҙы. Операцияға Ер өҫтө робототехник комплекстары — Мопс, Курьер һәм Уран-6 ла ҡушылды.Уҡыусылар тамаша өлөшөнән һуң заманса хәрби техника менән яҡындан танышты. Мәктәп балаларына пилотһыҙ аппараттар, бронемашиналар һәм инженер комплекстары эше тураһында һөйләнеләр.Техниканы күрергә генә түгел, ә эсенә инеп ҡарарға, механик-водитель йәки наводчик урынына ултырып ҡарарға ла рөхсәт ителде.Күргәҙмә, тамашанан һуң уҡыусылар ялан кухняһы менән дә танышты. Менюла ҡайнар аш, һәм хуш еҫле сәй. Күптәр тәүге тапҡыр һалдат ашын тәмләне.Үҫмерҙәр сара аҙағында тарих йәнләнгән интерактив зоналы музейға инеп шлем кейеп ҡарау, ҡорал макеттарын ҡулға алып ҡарарға рөхсәт ителде. Шулай уҡ егет-ҡыҙҙар ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарына ла яуап алды. Бындай күсмә саралар патриотик тәрбиәнең яңы формаһына әүерелә бара. Уҡыусылар яңы тәьҫораттар һәм белем генә алып ҡалмай, ә яңы быуын инженерҙары булырға ла әҙерләнә.