Өфө автобустарында февралдән юл хаҡы арта

Был турала баш ҡала хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығынан хәбәр иттеләр.
  • Өфө автобустарында февралдән юл хаҡы арта
Ташлама менән файҙаланыусыларға индексация ҡағылмай. Берҙәм социаль йөрөү билеты хаҡы 600 һум кимәлендә ҡала.
Өфө ҡала хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе Олег Хмарин әйтеүенсә, ғәмәлдәге хаҡтар иҡтисади яҡтан нигеҙһеҙ.
Запас частарға, ремонт эштәренә сығымдар арта, бензин ҡиммәтләнә. Шуға бәйле пассажирҙар ташыусы ҡайһы бер эшҡыуарҙар ҡала хакимиәтенә февралдән ҡала автобустарында йөрөү хаҡын арттырыу тураһында ғариза ебәрҙе, тине Олег Хмарин. Электр транспортына килгәндә, Өфө трамвайҙарында һәм троллейбустарында юл хаҡы әлегә үҙгәрешһеҙ ҡала, һәр хәлдә, февраль башына тиклем.