Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашылығында үткән республика парламенты депутаттары кәңәшмәһе тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин.
Башҡортостан Парламентының яҙғы сессиялағы беренсе ултырышы тап "Хөкүмәт сәғәте" менән асылды. Бының үҙ сәбәбе лә бар. Министрҙар кабинеты ағзалары Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында йыш телмәр тота. Был юлы иһ,ә республиканың төҙөлөш тармағы, ундағы үҙгәрештәр тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов әйтеүенсә, был секторҙа ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Әммә, шул уҡ ваҡытта, хәл ителмәгән мәсьәләләр юҡ түгел. Уларҙың береһе – уҙған йылда республикала шәхси торлаҡ төҙөлөшө темптары ныҡлап кәмеүе. Һандар 2024-се йыл менән сағыштырғанда 15 процентҡа түбән төшкән. Башҡортостан шәхси төҙөлөшкә этәргес биреү өсөн яңы юлдар эҙләй. Мәҫәлән, льготалы категорияларға ҡараған граждандарға бушлай ер бүлемдәре биреү тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү. Республика был йәһәттән Кострома менән Тула, Иркутск, Хабаровск тәжрибәһен өйрәнеп, уны урында бойомға ашырып ҡарамаҡсы. Парламенттың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Илшат Вәзиғәтов документҡа шәхсән аңлатма бирә.
Тағы бер закон проекты тураһында айырым әйтергә кәрәк. Ул — халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәтеү. Мәҫәлән, эш биреүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр араһында тыуған низағты хәл итеүҙә граждандар белгестәрҙән кәңәште түләүһеҙ аласаҡ. Башҡортостандың башҡарма власть органдары һәм халыҡ араһындағы бәйләнеште көйләү, йәмғиәтте борсоған көнүҙәк һорауҙарҙы хәҙер “хәрби хәбәрселәр” статусына эйә булған журналистар ҙа юғары даирәләргә туранан-тура еткерә аласаҡ. Сөнки, тап хәрби хәбәрселәрҙең дәүләт власы органдарына сиратһыҙ ҡабул итеүгә эләгеү хоҡуғы бар. Был документтың исеме ябай яңғыраһа ла, уның асылы мөһим. Республикала яңы ҡанун үҙ көсөнә инәсәк. Хәҙер Башҡортостанда референдумдар уҙғарыу барышын сит ил агенттары, шулай уҡ экстремистик һәм террор ойошмалар ағзалары тип танылыусылар "күҙәтеүсе функцияһын" башҡара алмай.







