Автомобилде ҡултымға алғанда үҙеңде нисек һаҡларға?

Каршеринг компанияһының автомобиле менән ҡулланыусы егеткә 60 мең штраф түләргә тура килгән.
  • Автомобилде ҡултымға алғанда үҙеңде нисек һаҡларға?

Хәҙер 23 йәшлек егет ғәйепле түгеллеген суд аша иҫбатларға мәжбүр. Был хәлде хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова асыҡларға тырышты.

Артем Иванов каршеринг менән беренсегә генә ҡулланмай. Ул автомобильде ҡуртымға алған осраҡта, уның менән нисек дөрөҫ итеп ҡулланыу кәрәклеген дә яҡшы белә. Был юлы ла ул, ғәҙәттәгесә, бөтә процедураларҙы ла үтәй. Әммә, бер нисә көндән һуң, егет әйтеүенсә, уны автомобилде ҡуртымға биреүсе компания вәкилдәре борсой башлай. Артем был хәлдән ҡотолоу өсөн 60 мең түләй. Һуңынан ағаһы менән бергә үҙе тикшереү үткәрергә ҡарар итә.

Егеттәр әйтеүенсә, улар Артем Ивановтың ҡуртымға алған автомобиленә ҡағылышлы видеокүҙәтеү камераһынан кадрҙар тапҡан. Унда каршеринг машинаһының килеп туҡтауы һәм ят ирҙең машинаның бамперын ҡар менән ҡаплауы күренә. Артем раҫлауынса, тап ошо бамперы сатнаған автомобиль уға эләгә.

Роспотребнадзорҙа билдәләүҙәренсә, бындай осраҡтар һирәк түгел. Ҡулланыусылар каршеринг менән ҡулланғанда бындай бәхәстәр менән йыш осраша. Юристар билдәләүенсә, каршеринг менән ҡулланыу юридик яҡтан бик хәүефле. Шуға күрә төп ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә кәрәк. Артем Иванов хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Ул был хәлдә ғәйепһеҙ булыуын иҫбатларға теләй һәм каршеринг компанияһы уға түләнгән аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш. Каршеринг теләгән ереңә тиҙ арала барып етеү мөмкинлеген бирһә лә, финанс яҡтан хәүефле булып ҡала. Зыян күргән автомобиль өсөн түләү йыш ҡына һуңғы ҡуртымсыға йөк булып ята. Шуға ла каршениг менән ҡулланғанда мотлаҡ автомобилде бар яҡлап ҡарап сығыу зарур.