Дәүләт идаралығы буйынса кесе академия

Тулыраҡ: Дәүләт идаралығы буйынса кесе академия

Башҡорт дәүләт университетында республиканың финанс министры Рида Собханғолова Дәүләт идаралығы буйынса кесе академия тыңлаусыларын дәүләт хеҙмәте үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Дәүләт идаралығы буйынса кесе академия проекты Рәсәй президентының Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич ҡарамағында эшләй. Башҡортостанда был академия Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә 2009 йылда асылғайны. Кесе академия тыңлаусылары төбәк һәм округ проекттарында әүҙем ҡатнашыусылар. Кесе академияны тамамлағас уларға һөнәри белемде күтәреү хаҡында диплом бирелә. Республика юғары уҡыу йорттарының яҡшы күрһәткестәргә эйә булған, төбәктең ижтимағи тормошонда ҡатнашыусы студенттар академия тыңлаусылары була ала.