Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Бөйөк Британия Премьер-министры Тереза Мэй Европа советы президенты Дональд Тускка “брексит” процедураһын башлау тураһында хат юлланы. Был документ Европа берлеге тураһында Лиссабон килешеүенең 50 статьяһын ғәмәлгә ашыра башлауҙы аңлата. Уға ярашлы, һәр ил Европа союзынан сыға ала.

Парижда полиция хеҙмәткәре бер ирҙе үлтергәс ҡаршылыҡ акциялары башланған. 35 кеше ҡулға алынған. Тәртипһеҙлектәр ваҡытында полицияның өс хеҙмәткәре яраланған.

Австралияла 60 мең йорт утһыҙ ҡалған. “Дебби” дауылынан ҡайһы бер ҡасабалар һәм ҡалалар һыу ҡамауында ҡалды. Шуға ла зыян күреүселәр тураһында тулы мәғлүмәттәр юҡ. ”Дебби” көсөн юғалтһа ла һаман ҡойма ямғырҙар яуа, һыу баҫыу ҡурҡынысы арта.

Германия ғалимдары яһалма ҡояш эшләгән. Система 149 прожекторҙан тора. Яһалма ҡояш Кельн ҡалаһынан йыраҡ түгел генә урынлаштырылған һәм өс ҡатлыҡ бинаны хәтерләтә. Уны эшләүгә 3 миллион 800 мең доллар тотонолған.

Италияла Европалағы иң ҙур вулкан Этна тағыла әүҙемләшкән. Кешеләр йәрәхәтләнеүгә һәи даими иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, туристар утлы күмер ҡатламына яҡын уҡ килеп фотоға төшөргә, селфи эшләргә маташа.