Башҡортостанда һигеҙенсе көн рәттән һауа торошона бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителә. Бөгөн дә ҡотҡарыусылар республикала дауыл булыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә. Көслө циклон бигерәк тә көньяҡ райондар өсөн хәүефле. Елдең тиҙлеге урыны менән секундына 18-23 метрға етер, тип фаразлана. Ағастарға, тимер сымдарға епшек ҡар һырыясаҡ. Гидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был аҙнала температура тейешле норманан бер аҙ түбәренәк була.
Был аҙнала температура тейешле норманан бер аҙ түбәренәк буласаҡ
Тулыраҡ: Был аҙнала температура тейешле норманан бер аҙ түбәренәк буласаҡ