Яҙғы ташҡынға яҡынса фаразлауҙар яһалды.
Быйыл Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы күпселек йылғаларҙа һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы, әммә ташҡын ваҡытында 20-70 сантиметрға юғарыраҡ булыр, тип көтөлә.Өфөлә йылғалар – 6-12 апрелдә, Башҡортостанда апрелдең беренсе декадаһы аҙағында һәм икенсе декадаһы урталарында асыласаҡ, тип хәбәр итәләр республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан. Өфө янында Ағиҙелдең иң юғары кимәле 750-850 сантиметрға етәсәк. Республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы халыҡты уяу булырға саҡыра.