Башҡортостанда гидротехник ҡоролмалар яҙғы ташҡынға әҙер

Тулыраҡ: Башҡортостанда гидротехник ҡоролмалар яҙғы ташҡынға әҙер

Башҡортостанда гидротехник ҡоролмалар яҙғы ташҡынға әҙер.

Йомағужа һыуһаҡлағысында үткән махсус күнекмәләр төрлө хеҙмәттәрҙең оло һыуҙы ҡаршы алыуға тулыһынса әҙер булыуын күрһәтте. Күнекмә сценарийы буйынса һыуһаҡлағысҡа ағастар һәм бүрәнәләр ағып килеп тығылған. Улар гидротехник ҡоролмаға һәм йылға буйында урынлашҡан ауылдарға хәүеф менән янай. Ошоға бәйле иң беренсе яҡын урынлашҡан биләмәләрҙе һәм барлыҡ хеҙмәттәрҙе иҫкәртәләр. Һыуҙағы сүп-сарҙы таҙартыу өсөн экскаваторҙар, йөк машиналары һәм кәмәләр йәлеп ителә. Бынан тыш, ағастарҙы йыя торған понтондар ҡулланыла. Әле Йомағужа һыуһаҡлағысында 43 миллион кубометр һыу бар. Ташҡын ваҡытында ул 809 миллион кубометрға тиклем һыу туплай ала. Әгәр ташҡын көслө булһа, һыу ҡоҙоҡтарға тиклем етәсәк.Бында оло һыуҙы ҡаршыларға тулыһынса әҙерҙәр.Һыуһаҡлағыста һыуҙы ташлау өсөн бер нисә ҡоролма бар. Уларҙың береһе йыйылған сүп-сар менән дә эш итә. Бында ташҡын алдынан төҙөкләндереү эштәре атҡарыла. Түбәнге Бикҡужа биләмәһендә 50 йылдан ашыу көслө ташҡынды күргәндәре юҡ. Урындағы халыҡ Йомағужа һыуһаҡлағысы артабан да оҙаҡ йылдар уңышлы эшләр тип ышана.Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса Йомағужа һыуһаҡлағысы оло һыуҙа ҡаршыларға әҙер. Белгестәр әйтеүенсә, апрелдең икенсе яртыһында бында һыу иң юғары кимәлгә етәсәк.