Сәнғәткә тоғро хеҙмәт иткән Лилиә Хаматова дүрт тиҫтә йыл эсендә бер нисә быуын уҡыусылар тәрбиәләгән. Уҡыу йортонда педагог мәктәп асылғаны бирле эшләй. Һәм тап уның ярҙамында Яңауыл районында тынлы музыка ҡоралдары бүлеге барлыҡҡа килгән. Күрше класта ғына гармун класы урынлашҡан.Был музыка ҡоралы – тальянка, республикабыҙҙа айырым һөйөү яулаған. Уның яңғырашында милли биҙәкле халыҡ көйҙәре йәнләнә. Яңауыл йәштәренең ижадын республика башлығы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.
Радий Хәбиров дәрестәр барған аудиторияларҙы ҡарап, уҡытыусылар һәм уларҙың тәрбиәләнеүселәре менән аралашты. 2024-се йылда республика Башлығы менән тура бәйләнешкә сыҡҡандан һуң, был сәнғәт мәктәбендә капиталь ремонт эшләнде. Әле уҡыу йортонда 530-ҙан ашыу бала белем ала. Фортепиано, тынлы һәм халыҡ инструменттары, хореография һәм һынлы сәнғәт бүлектәре эшләй. Бынан тыш, бер нисә йыл элек мәктәп өсөн яңы музыка ҡоралдары ла һатып алынған.
Эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан башлығы яңы балалар поликлиникаһын да ҡараны. Был бина «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә төҙөгән. Поликлиника көнөнә 150 кеше ҡабул итә ала. Был күптән көтөлгән объект. Оҙаҡ йылдар балалар поликлиникаһы күп фатирлы йорттоң беренсе ҡатында урынлашып, кескәй пациенттар өсөн дә, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Яңы медицина учреждениеһында пациенттарҙың уңайлылығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн барыһы ла эшләнгән – һәр кабинет заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Кескәй пациенттарға оператив тикшереү үтеү һәм кәрәкле диагностика алыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, һауыҡтырыу процедуралары: тоҙ шахтаһына, массаж сеанстары һәм төрлө физиотерапия кабинеттары ла эшләй.
Был көндө Башҡортостан башлығы Яңауыл районынан махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән дә осрашты. Республика етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләренең һәм ҡатындарының ысын күңелдән ҡайғыһын уртаҡлашты, уларға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.







