Яңы мәктәпкә белем артынан

Өфөнөң Затон биҫтәһендә күптән көтөлгән белем усағы үҙ ишектәрен асты.
  • Яңы мәктәпкә белем артынан

Әйткәндәй, бында математика, физика һәм информатика фәндәренә ҙур баҫым эшләнә. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина яңы мәғариф үҙәген барып күрҙе.

Ҡатмарлы ла ҡыҙыҡлы ла ул алгебра фәне. Ул үҙендә байтаҡ серҙәрҙе һаҡлай, шуға ҡарамаҫтан, бындағы тәжрибәле уҡытыусылар балаларҙы һандар донъяһына ҡуш ҡуллап етәкләп алып инә. Дүрт ҡатлы заманса бина өс корпустан тора. Бер өлөшөндә балалар баҡсаһы, ҡалған икеһендә уҡыу кабинеттары, ашхана, ике спорт залы, технология кабинеты.

Яңы мәкәтптә белемгә генә түгел, хеҙмәткә лә һөйөү тәрбиәләйҙәр. Мәҫәлән бында 7-се класс ҡыҙҙары һалма эшләргә өйрәнә. Заманса ҡормалдар менән йыһазландырылған физика һәм химия кабинеттары, ә биология класы теория һәм практика өсөн ике кабинеттан тора. Биш уйын һәм түңәрәк кабинеттары, уҡыу залы менән китапхана, музей, конференциялар һәм тамаша залы. Ашхана, 55 уҡыу кабинеты тулыһынса интерактив таҡталар менән йыһазландырылған.

Бында балаларға белем алыуы, уҡытыусыларға эшләүе күңелле. 1200-ҙән ашыу урынға тәғәйенләнгән мәғариф усағы Затон биҫтәһендә күптән көтөлгән. Киләсәктә был мәктәптә спорт йүнәлеше буйынса ла класстар асылыр, тип көтөлә.