Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ҡамау ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы хәрбиҙәргә ла күп кенә һынауҙар, ҡыйынлыҡтар аша үтергә тура килгән. 900 көн һәм 900 төн буйы Совет ғәскәрҙәре Нева йылғаһы буйындағы ҡаланы немецтар ҡамауынан ҡотҡарыу өсөн көрәшә. Урындағы халыҡ та аслыҡты, һыуыҡты кисереп, тыуған ҡалаһын һаҡлай. Тарихи видеояҙмалар ҙа шул саҡтағы фажиғәле, ҡурҡыныс мәлдәрҙе беҙгә еткерә алмай. Меңәрләгән ҡорбан-урам буйҙарында аслыҡтан, ауырыуҙарҙан, һыуыҡтан, бомба ярсыҡтарынан үлеп ятҡан кешеләр, бигерәк тә балалар йөҙҙәре блокада шаһиттарының йөрәктәрендә ауыр хәтирәләр булып һаҡлана. Ҡулсала ҡалған Ленинградты ил менән бәйләп торған Ладога күле аша берҙән-бер юл була. Әммә "йәшәү юлы" ла ҡала халҡын ризыҡтар менән тәьмин итә алмай. Аслыҡтан интеккән кешеләр урамдағы барлыҡ эт-бесәйҙәрҙе тотоп ашарға мәжбүр була.
Рәсәйҙә хәрби дан көнө билдәләнә
1944-се йылдың 27 ғинуарында Ленинград ҡалаһы фашист илбаҫарҙарынан азат ителә.







