Эстремаль уҙыштарҙы Нурия Ғилмуллина күҙәтте.
Алексей Решетников бына инде 27 йыл комментатор булып эшләй. Тамашасыларға күтәренке кәйеф бүләк итә. Был изге миссия менән ҡайҙа ғына булырға тура килмәне, боҙҙа үткән алыштар бер-береһенән артыҡ айырылмай, тик үҙебеҙҙең егеттәр ҡатнашҡанда һәр ваҡыт тулҡынландырғыс, ти ул. Өфөләге иң ҙур һырғалаҡты утағандай, спортсылар үҙ уҙышын башланы. Ғабдрахман Ҡадиров Мемориалы тип исемләнгән махсус турнирҙа ҡатнашыу үтә лә яуаплы. Етмәһә, Бөтә Рәсәй ярыштары бөйөк мотоуҙышсының тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған.
Сарала Ғәбдрахман Ҡадировтың яҡындары ла бар ине. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзифә Ҡадирова тормош иптәшен һәр ваҡыт йылы итеп иҫкә ала. Ярыштарҙа илдең иң көслө уҙышсылары ҡатнашты. Улар араһында күп тапҡыр Рәсәй, Европа һәм донъя чемпиондары Дмитрий Хомицевич, Игорь Кононов һәм Өфө көйәрмәндәренең фавориты Никита Богданов та бар ине. Трибуналар, һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыттағыса тулы. Стадион өҫтөндә Моторҙар тауышы яңғырай. Ярыш алдынан спортсылар үҙҙәренең ике тәгәрмәсле тимер аты өҫтөндә һикерә һәм рульға яҡыныраҡ ултыра. Был мотоцикл артҡы тәгәрмәскә баҫмаһын һәм мөмкин тиклем тиҙлекте юғалтмаһын өсөн эшләнә. Ике көнлөк ярыштарҙан һуң "Төҙөүсе" стадионында тынлыҡ оҙаҡҡа түгел. Бишенсе февралдә үк Рәсәйҙең шәхси чемпионатының дүртенсе этабы башлана. Ғабдрахман Ҡадиров тарихта тәүге донъя һәм Европа чемпионы. Спортсы спидвейҙың совет мәктәбен үҫтереү башында тора һәм беҙҙең көндәрҙә донъя, Рәсәй һәм Башҡортостан мотоспорты тарихын уның исеменән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай.







