Телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы тарихында ғына түгел, мосолман донъяһында был бик мөһим ваҡиға. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты.
Йома — һәр мосолман кешеһе өсөн изге көн булып иҫәпләнә. Был көндө насар эштәрҙе эшләү генә түгел, яман уйҙарҙан арынып, изге уйҙа булып, яҡшы эштәр эшләп һауап ала торған көн. Ул Аллаһы тарафынан бәхетле көн булараҡ билгеләнгән. Шуға күрә тапйома көнө дөйөм доға ҡылына, рухи таҙарыныу, иман һәм туғанлыҡ бәйләнештәре нығытыла, иманлылар күберәк изге эштәр башҡарырға ынтыла, сөнки был көндө Аллаһтың үтенестәрҙе ишетеү ихтималы күберәк тип һанала.
Йома намаҙын республиканан ситтә йәшәүселәр ҙә күрә алһын өсөн "Башҡортостан 24" телеканалы уны тура эфирҙа күрһәтергә ҡарар итте. Был ваҡиға өҫтөндә ысын профессионалдар командаһы эшләй. Телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының режиссерҙары, инженерҙары, операторҙары һәм тауыш режиссерҙары. Залда 4 камера ҡуйылған, улар менән пульт ярҙамында идара итергә мөмкин. Уның ярҙамында улар 360 градусҡа борола һәм төрлө ҙурлыҡтағы һүрәтте күрһәтә ала. Шулай уҡ мөфтөйҙәр менән дә әүҙем эш алып барыла, хеҙмәттәштәребеҙ бөтә техниканы көйләй һәм әҙерләй алһын өсөн улар ҡайҙа, нисек һәм нимә буласағын аңлата. Бөтә ижади бригада берҙәм эшләргә тейеш. Төрлө эштә шул арҡала уңышҡа өлгәшергә мөмкин, тип иҫәпләй был трансляция режиссеры. Был ҙур проект өҫтөндә эшләгән һәр кем шундай фекерҙә.
"Башҡортостан" ДТРК-һында юғары технологиялы һәм заманса техник йыһазландырыу заман менән бергә атларға мөмкинлек бирә. Бал йыйыусы бал ҡорттары кеүек бында көн-төн эшләгән ижадсыларҙың фекерҙәрен һәм идеяларын тормошҡа ашырырға мөмкин. Йома намаҙына килгәндә, инженерҙарыбыҙҙың ныҡышмалылығы һәм тырышлығы арҡаһында трансляцияның репетицияһы уңышлы үткән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ижади команда кадрҙарҙы ҡарай, хронометражды күҙәтә.Изге көн килеп етәнгә тиклем Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты менән "Башҡортостан" Дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
"Башҡортостан" дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы етәксеһе Азамат Сәлихов әйтеүенсә, "Башҡортостан 24" телеканалы тарихында был бик мөһим этап. Сөнки күптәрҙең тап Тәлғәт Тажетдин үткәргән йома намаҙҙарында доға ҡылғыһы йәки был дини сараны күргеһе килә. Телеканал телевизор ҡараусыларға тап шундай мөмкинлек тыуҙыра ла инде. Хәҙер, ваҡыт бик тиҙ үтә, күп эштәр һәм төрлө мәшәҡәттәр арҡаһында кеше мәсеткә барып намаҙ уҡырға өлгөрмәй, "Башҡортостан 24" телеканалында тура трансляция был мәсьәләне хәл итеү өсөн яҡшы сара буласаҡ. "Башҡортостан 24" телеканалы Туҡай мәсетенән йома намаҙҙарын һәр аҙна тура эфирҙа күрһәтәсәк.







