Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башта полиция Салауат ҡалаһында 30 йәшлек ирҙе тота, уның кеҫәһендә 80 грамға яҡын синтетик наркотик табалар. Уның Күмертауҙағы фатирында тентеү үткәргән ваҡытта электрон үлсәүҙәр, тартыу өсөн ҡулайлама һәм 10-дан ашыу кеҫә телефоны тартып алына. Енәйәтселәрҙең йорто янындағы һарайҙа хоҡуҡ һаҡсылары законһыҙ рәүештә һаҡланған өс тротил шашка табалар. Шартлатҡыстарҙы быға тиклем енәйәтсел төркөмдә булған 50 йәшлек танышы һатҡан була. Ул да ҡулға алынған. Шартлатҡыс матдәләрҙең хәүефле булыуы асыҡланған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, законһыҙ һаҡланған ҡорал һәм шартлатҡыстарҙы үҙ аллы тапшырған осраҡта яуаплылыҡтан ҡотола ала.







