Краснокама районынан хәүефле хәбәр.
Бында ике автомобиль бәрелешеү һөҙөмтәһендә өс кеше һәләк булған. 11 йәшлек бала ауыр хәлдә дауаханаға һалынған. Әле табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә. Юл инспекторҙары хәбәр итеүенсә, водителдәр һауа шарттарын иҫәпкә алмаған.