Башҡортостанда һауа торошона бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде.
Елдең тиҙлеге урыны менән секундына 23 метрға етер, тип фаразлана. Ағастарға, тимер сымдарға епшек ҡар һырыны. Шаһиттар юлдарҙа, айырыуса, Өфө-Стәрлетамаҡ йүнәлешендә юлдың үтә лә тайғаҡ булыуы, күп һанды авариялар тураһында хәбәр итә. Гидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был аҙнала температура тейешле норманан бер аҙ түбәренәк була. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, йәкшәмбенән Башҡортостанда ҡояшлы көндәр көтөлә.