Импортты алмаштырыуҙа уңышҡа ирешкән хужалыҡ

Тулыраҡ: Импортты алмаштырыуҙа уңышҡа ирешкән хужалыҡ

Импортты алмаштырыуҙа уңышҡа ирешкән хужалыҡ.

“Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы”нда балыҡты “һауыу” тип аталған үҙенсәлекле процесс башланды. Бөгөнгә Рәсәйҙәге иң ҙур һәм Башҡортостанда йыл әйләнәһенә балыҡ үрсетеүсе берҙән-бер хужалыҡтың етештереү күләме рекордлы күрһәткестәргә барып етә – йылына мең тоннанан ашыу балыҡ. Тәбиғәттә балыҡ яҙғыһын ғына ыуылдырыҡ сәсә, шуға яһалма рәүештә лә был процесс йылына бер тапҡыр ғына башҡарыла. Быға тиклем балыҡтың эсен ярып ыуылдырыҡ алғандар, хәҙер инде нәҙек бысаҡ ярҙамында бәләкәй генә тишек тишеп һауалар. Алынған ыуылдырыҡ һатыуға китә, йәки артабан балыҡты үрсетеүҙә ҡуллана.Был быяла һауыт — Вейса аппараты. Үҙенсәлекле ҡоролмала ыуылдырыҡтың инкубация осоро үтә. Йөҙәр мең ыуылдырыҡтың яҡынса яртыһы ғына ҡаршылауыҡҡа әйләнә. Артабан уларҙы махсус ванналарға урынлаштырып үҫтерә башлайҙар.Балыҡ үрсетеүҙәге мөһим процесстарҙың береһе — ул сорттарға айырыу. Был эш ҡул көсө менән башҡарыла. Уның өсөн урындағы оҫталар ошо ябай ғына ҡоролманы ҡуллана. 3 граммлы селбәрәләр ситлек эсендә ҡала, бәләкәйәрәктәре кире йөҙөп сығып китә. Ҡулайлаштырып алған ҡош ситлектәре ваҡ балыҡтан эреһен айырырға ярҙам итә. Хужалыҡтың төп продукцияһы — һаҙан. Файҙалы, шул уҡ ваҡытта хаҡы арзаныраҡ булғанға күрә, кешеләр күпләп һатып ала. Уны етештереү күп сығымдар һәм ваҡыт талап итһә лә, етерлек кимәлдә үрсетелә. Ҡарышлауыҡтан алып балыҡты һатыуға әҙерләгәнсе кәм тигәндә ике йыл кәрәк. Селбәрәләрҙе бер йәшкә тиклем махсус һауыттарҙа үҫтерәләр, аҙаҡ яһалма быуаға ебәрелә. Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы ҡиммәтле балыҡтарҙың ундан ашыу төрөн үрсетә. Бөгөнгә был Рәсәйҙең иң эре хужалыҡтарҙың береһе. 1000-1200 тонна һаҙан, 100-150 тонна бикре, шул уҡ күләмдә бағыр, һәм 800-ҙән 1000 килограмға тиклем ҡара ыуылдырыҡ та етештерелә. Продукция Өфөгә, күрше төбәктәргә, Мәскәүгә һәм башҡа ҡалаларға оҙатыла.