Бөрйән районында халыҡ кәсептәрен онотмайҙар

Тулыраҡ: Бөрйән районында халыҡ кәсептәрен онотмайҙар

Бөрйән районында халыҡ кәсептәрен онотмайҙар.

Яңы Мөсәт ауылында йәшәүсе Ишкининдар ғаиләһе буш ваҡыттарында тырыз эшләп һата. Ғаилә башлығына тормош иптәше һәм балалары ла ярҙам итә. Был шөғөл ярайһы килем килтерә. Роберт Ишкинин туҙ тураһында күп уҡыған һәм тырыз эшләү тәжрибәһен камиллаштырған. Материал һығылмалы булһын өсөн уны ҡыш буйына махсус урында һаҡлай. Был иһә туҙға кипмәҫкә ярҙам итә. Туҙҙы уңған хужа йәй башында уҡ әҙерләп ҡуя. Сөнки, тап июндә ул еңел һыҙырыла. Йүнсел туҙ бер-нисә төҫкә бүленә, ти. Уның һары ғына түгел, һоролары ла була. Ғәҙәттә, тырыздарҙы 500 миллилитр, 1 литр, литр ярым һәм тағы ла ҙурыраҡтарын эшләйҙәр. Роберт Ишкинин да ошондай стандартҡа яраҡлашып, шаблондар яһап алған. Улар тырыздың тышлығын тиҙ арала ҡырҡып алырға ярҙам итә. Тышлыҡтың күләменә ҡарап төбө һәм ҡапҡасы эшләнә. Уларҙы ғәҙәттә йүкәнән бысып алалар.Һуңынан иһә ҡапҡастарҙы һәм төптәрен тура килтереп йышалар. Был маҡсатта махсус ҡоролма ла бар.Оҫта тырыз эшләү менән армиянан ҡайтҡас шөғөлләнә башлай. Урман хужалығында уға өйрәтеүсе ололар ҙа була. Хәҙер ул был эштең бөтә нескәлектәрен белә. Ә бына биҙәү һәм матурлау тормош иптәшенә йөкмәтелгән.Кәңәшле эш тарҡалмаҫ ти халыҡ мәҡәле. Ишкининдар ғаиләһе бер-береһенә ярҙам итеп, донъя көтә. Ә тормош ауырлыҡты бергәләп тартҡанда ғына алға бара.Ишкининдар ғаиләһе ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм кәсептәрен киләсәк быуынға ла еткерергә тырыша. Атай-әсәй тырыз эшләү серҙәрен улдарына һәм ҡыҙына өйрәткән.Әле Бөрйән районында тырыз эшләү менән 4 кеше генә шөғөлләнә. Уларҙың береһе Роберт Ишкинин. Ул да ауылында бер-нисә йәш кешегә оҫатылығын өйрәткән. Әммә, был эш сабырлыҡ талап итә шул.Тырыздарҙың хаҡы 250 һум тирәһе. Уларҙы күпселеген Белорет һәм Бөрйән райондарынан алалар. Башҡа ҡалаларҙан, Рәсәй төбәктәренән дә заказ бирәләр. Ауыл уңғаны Урман хужалығында хеҙмәт итә. Ә буш ваҡытында яратҡан шөғөлөнә тотона. Кәсеп итеү өҫтәмә килем дә килтерә.Ошо көндәрҙә баш ҡалала дүртенсе тапҡыр «Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» халыҡ сәнғәте күргәҙмәһе үтә. Фестивалдә Рәсәйҙән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән 150-нән ашыу оҫта һәм халыҡ ижады үҙәге ҡатнаша. Бында муниципаль райондар ҡорама ҡорау, шәл бәйләү, милли уйын ҡоралдары, ҡурсаҡ эшләү, ағас һырлау һәм кейеҙ баҫыу кеүек традицион һөнәрҙәрен күрһәтә. Күргәҙмәлә хеҙмәттәшлек юлдары барлана һәм тауар килтереү тураһында килешеүҙәр ҙә төҙөлә.