Хореография үҫешенә ҙур өлөш индергәне был уҡыу йортон маҡтап телгә алдылар. Балет артистарын нисек тәрбиәләйҙәр, матур хәрәкәт артында нимә тора? Был хаҡта киләһе сюжетыбыҙ.
Һәр иртә бында станок янындағы классика дәресенән башлана. Сөнки классика- балет һөнәренең нигеҙе. Был йүнәлеште һайлағандар алда ҡатмарлы юл һәм көндәлек физик хеҙмәт көткәнен яҡшы белә. Ангелина Поповаға киләсәктә ҙур өмөт бағлайҙар. Уҡыу йортон тамамлаусы ҡыҙға юбилей постановкаһында төп партияны — "Щелкунчик" балетында Маша ролен ышанып тапшыралар.
Хәҙер сығарылыш класы "Щелкунчик" балетынан 2-се акттың финал күренешен ҡабатлай. Спектаклде уҡыу йортоноң юбилейына әҙерләйҙәр — быйыл уларға 40 йыл. Ошо ваҡыт эсендә Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы, классик хореография мәктәбенең йолаларына таянып – 1 мең 350 бейеүсе әҙерләп сығарған. Уҡыу йортонда халыҡ һәм классик бейеү бүлектәре бар.
Кадрҙар әҙерләүҙең юғары кимәле һәм классик мәктәпкә тоғролоғо өсөн колледж "Душа танца" юғары премияһына лайыҡ була.
Хәҙерге ваҡытта хореография колледжында 210 студент уҡый. Быйыл 20 белгес ҡулдарына диплом алып ҙур сәхнәләрҙе яулай башлай. Уҡыу йортон тамамлаусылар араһында данлыҡлы бейеүселәр бар, улар үҙҙәренең оҫталығы һәм таланты менән бөтә донъя тамашасыларын таң ҡалдыра.







