Ҡорал тотҡан үҫмер бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ мәктәпкә үтеп инә. Асыҡланыуынса, гимназияла металл эҙләүсе рамка ҡуйылған, шулай уҡ бинаны шәхси һаҡ предприятиеһы һаҡлай. Хәүеф төймәһе иртәнге сәғәт ун берҙәр тирәһендә сигнал бирә. Шунда уҡ мәктәпкә хоҡуҡ һаҡлау һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре ебәрелә. Был ваҡытта гимназияның өсөнсө ҡатында туғыҙынсы класс уҡыусыһы автоматтан уҡытыусыға һәм өс класташына ата башлай. Әйткәндәй, шуны билдәләп үтергә кәрәк, бындай пластик автоматтан атылған пластик пулялар, нигеҙҙә, ҙур зыян килтерә алмай. Шулай уҡ, уҡыусының ҡулға алғанда ҡаршылыҡ күрһәтмәүе лә билдәле. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Беҙҙең хәбәрселәр туғыҙынсы класс уҡыусылары һәм ата-әсәләре менән аралашты. Мәктәптә уҡыусыларҙың бер-береһен йәберләүе тураһында ла мәғлүм. Һәр хәлдә быны ата-әсәләр ҙә раҫлай. Ҡыҙғанысҡа, мәсьәлә ваҡытында хәл ителмәгән. Үҫмерҙең классташтары һөйләүенсә, ул үҙенең бер сәхифәһендә уҡытыусыларҙың да, синыфташтарының да уны аңламауы тураһында яҙған. Ғәҙәттән тыш хәл алдынан ул мәктәпкә һуңғы тапҡыр киләсәге тураһында пост ҡуя. Ғәҙәттән тыш хәл урынында Республика башлығы ла булды һәм яҡын арала билдәле һығымталар эшләнеүе көтөлә.







