Радий Хәбиров "Креатив индустрия сәғәте" сиктәрендә музыканттар менән осрашты

Унда ижадты үҫтереү һәм уны яҡлау өсөн кәрәкле саралар тураһында һүҙ барҙы.
  • Радий Хәбиров "Креатив индустрия сәғәте" сиктәрендә музыканттар менән осрашты

Республика башлығы билдәләүенсә, тап кретив кластер ҡаланың тын алышын, йөҙөн һәм эске һулышын билдәләй. Шуға ла власть менән арт-агломерацияның хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәле булырға тейеш.

Милли премия йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы креатив төбәктәре исемлегенә ингәйне. Был иһә эшмәкәрлектең һөҙөмтәле булыуын раҫлап ҡына ҡалмай, артабанғы үҫеш потенциялы барлығын да күрһәтә. Тап ижади коллективтар республиканы бар донъяға таныта ала. Шуларҙың береһе "Әй-Йола" төркөмө. Музыканттарҙың киң билдәлелек алыуы туристар ағымында ла сағылыш тапҡан.