Республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта

Табиптар шулай уҡ грипп менән ауырыусылар ҙа күбәйәсәк, тигән фараздар яһай.
  • Республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта

Ауырыусыларҙың яртыһынан күбеһе 14 йәшкә тиклемге балалар. Хәүеф төркөмөндә шулай уҡ хроник сирлеләр һәм өлкән йәштәгеләр. Ауырыуҙың тәүге симптомдары беленеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Температура күтәрелгән осраҡта табипты мотлаҡ өйгә саҡыртырға кәңәш ителә. Ошо айҙа сирлеләр ҡырҡа артыр, тип көтөлә. Табиптар үҙаллы дауаланырға ярамау тураһында иҫкәртә. Бүлмәләрҙе елләтеү, ҡулдарҙы антисептиктар менән эшкәртеү, битлек кейеү ҙә ҡамасауламаҫ.