Ауыр йөк машиналары хәрәкәте сикләнә

Тулыраҡ: Ауыр йөк машиналары хәрәкәте сикләнә

Башҡортостан юлдарында иртәгәнән 30-сы апрелгә тиклем ауыр йөк машиналары хәрәкәте сикләнә. Яҙғы осорҙа ваҡытлыса сикләү халыҡ-ара йөктәр ташыусы транспортҡа, пассажир автобустарына, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, яғыулыҡ ташыусы йөк машиналарына, фажиғә һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн йөктәр ташыған транпортҡа ҡағылмай.