Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙенең 94 йыллығын билдәләй

Был ваҡиға хөрмәтенә театр үҙенең дуҫтарын, тоғро тамашасыларын йыйҙы.
  • Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙенең 94 йыллығын билдәләй

Был ваҡиға хөрмәтенә театр үҙенең дуҫтарын, тоғро тамашасыларын йыйҙы.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙенең барлыҡҡа килеүе менән күренекле рәссам һәм режиссер Мария Николаевна Елгаштинаға бурыслы, уның ҡайнар ижади энергияһы һәм ойоштороу һәләте «ҡурсаҡ театры» тип аталған уникаль мәҙәни күренешкә нигеҙ һала. Уның тарихы 1932 йылдың 5 февралендә Өфө сәнғәт һарайының кесе залында башлана. Ҡурсаҡ театрын тыуған көнө менән беҙҙә ҡотланыҡ.

Теүәл 94 йыл ҡурсаҡ театры тамашасыларҙы ҡыуандыра. Театр репертуары балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә тәғәйенләнгән. Үҙенең байрам кисәһендә театр оло тамашасыларға тәғәйенләнгән әкиәттәр күрһәтергә ҡарар иткән. Уларҙың береһе «Мең дә бер төн» спектакле Билдәле Шахрияр батша һәм Шәхерезада тураһындағы әкиәттә көнсығыш колориты менән тылсымлы тарих, хис-тойғолар, фантастика ысынбарлыҡ менән үрелеп бара. Төп ролдәрҙең береһе — Шәхерезаданы актриса Рәйлә Ғиззәтуллина башҡара. Актриса әйтеүенсә, ҡурсаҡ ярҙамында был ролде нығыраҡ асырға мөмкин.

Был әкиәттә артистар менән бергә ҡурсаҡтар ҙа уйнай. Ғөмүмән әйткәндә, театрҙа ҡурсаҡтарҙың биштән ашыу төрө бар. Ҡайһы берәүҙәре менән идара итеү өсөн өсөү хатта 3 артист талап ителә. Ҡурсаҡтар менән эшләү, еңел эш түгел. Артистар әйтеүенсә, ҡайһы саҡта уларҙың кәйефе лә булмауы мөмкин. Ул ваҡытта инде улар менән һөйләшеп, уларҙы өгөтләргә лә тура килә.

2026 йылдың мөһим ваҡиғаһы — 1987 йылда ҡурсаҡ театрында тәүге тапҡыр ҡуйылған легендар «Һинд легендаһы» спектакленең сәхнәгә ҡайтыуы. Был спектакль менән башҡорт артистары Һиндостанда өс тапҡыр сығыш яһай. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре Павел Мельниченко һәм Наил Байбурин ҡуйған был спектаклде хаҡлы рәүештә бөтә республиканың ғорурлығы тип атарға була: Ул Башҡорт ҡурсаҡ театрына Һиндостандың Джавахарлал Неру исемендәге дәүләт премияһын килтерҙе. Әлегә тиклем Башҡорт ҡурсаҡ театры Рәсәйҙә был абруйлы наградаға эйә булған берҙән – бер театр булып ҡала. Театр өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмай..Ә 2026 йылға театрҙың пландары түбәндәгесә: мартта тамашасыларҙы йылдың беренсе премьераһы – рус халыҡ әкиәте буйынса «Царевна-лягушка" спектакле көтә, сентябрҙә яңы театр миҙгелен Александр Островский пьесаһы буйынса «не все коту масленица» спектакле аса, декабрҙә бәләкәй тамашасыларға Яңы йыл премьераһы – «Двенадцать месяцев» спектакле тәҡдим ителә.