Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Краснодар крайының Тихорецк ҡалаһында халыҡ Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы оҙайтыуҙы талап итеп урамға сыҡҡан. Көнбайыш санкциялары илдә фермерлыҡ үҫешенә етди этәргес биргән. Митингта 1 мең 500 фермер ҡатнашҡан.

Бразилия парламентының элекке етәксеһе, президент Дилма Руссефҡа ҡарата импичмент иғлан итеү тәҡдимен индереүселәрҙең береһе Эдуарду Кунья 15 йылға иркенән мәхрүм ителде. Ул коррупцияла, ҡанунһыҙ юл менән аҡса эшләүҙә, һалымдар түләүҙән ҡасыуҙа ғәйепләнә. Уға 8 йыл дауамында дәүләт вазифаларын биләү тыйылды.

Көньяҡ Корея етәкселеге илдең экс-президенты Пак Кын Хены ҡулға алды. Ул ришүәтселектә, вазифаһын үҙ мәнфәғәтендә ҡулланыуҙа ғәйепләнә. Тәфтишселәр мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Пак Кын Хеның әхирәттәре сәйәси ҡарарҙар ҡабул итеүгә ҡыҫылған һәм тиҫтәләрсә миллион долларҙы төрлө фондтарға күсереүгә өлгәшкән.