Иртәгә яҙғы саҡырылыш башлана

Тулыраҡ: Иртәгә яҙғы саҡырылыш башлана

Ил президенты Владимир Путин Рәсәй Ҡораллы көстәренә яҙғы саҡырылыш тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. 1 апрелдән 15 июлгә тиклем 18-27 йәшлек 142 мең йәш кеше армия сафтарына алына. Бер йыл элек яҙғы саҡырылышта ғәскәрҙәр 155 мең һалдат менән тулыланғайны. Яңыраҡ билдәле булыуынса, Рәсәй Ҡораллы көстәренең штаты 1-се июлдән, яҡынса 13 мең кешегә артып, 1 миллион 900 меңгә етә. Башҡортостан хәрби комиссариатынан белдереүҙәренсә, республиканан яҙғы саҡырылышта Рәсәй ғәскәрҙәре сафына 5 мең 100-ән ашыу һалдат оҙатыу ҡарала.