Биохимия һәм генетика институты 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Тулыраҡ: Биохимия һәм генетика институты 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Биохимия һәм цитохимия бүлеге булараҡ ҡына башланғыс алған ғилми ойошма Рәсәй һәм хатта донъя кимәлендәге асыштары менән дан алған. Институтта барыһы 8 лаборатория эшләй. Был ҡоролмаһыҙ заманса ғилми тикшеренеү эштәре алып барыуҙы күҙ алдына ла килтереп булмай. Институт ғалимдары матдәләрҙең молекуляр-биологик, клиник тәбиғәтен тап секвенатор ярҙамында асыҡлай. Институт лабораторияларында төрлө организмдар ген кимәлендә өйрәнелә. Институттың молекуляр биология һәм нанобиотехнологиялар лабораторияһындағы асыштарҙың береһе – ҡуҙаҡлы культураларҙың уңдырышлылығын арттырыуға ярҙам итеүсе бактерияларҙы ғәмәлдә күптән ҡулланалар. Ә трансген үҫемлектәр әлегә лаборатория нигеҙендә тик тикшеренеү кимәлендә үҫтерелә. Лаборатория хеҙмәткәрҙәре киләсәктә ауыл хужалығы институты менән берлектә эшләй башларға планлаштыра һәм һөҙөмтәләрҙең көттөрмәҫенә ышана.Медицина кимәлендә лә институт ғалимдарының мөһим асыштары бар. Мәҫәлән, Республика перинаталь үҙәгендә әсә ҡарынындағы баланың ДНК-аһына анализ яһап яралғыла ғәриплеккә килтереүсе гендар барлығын тикшерәләр. Әлеге ваҡытта ғилми хеҙмәткәрҙәр кеше организмындағы гендарҙы уҡып, улар тағы ниндәй ауырыуҙарға бирешеүсән икәнлеген асыҡлау менән мәшғүл. Ғәлиә Ғималова алдында аллергия сиренең гендарға йоғонтоһон асыҡлау бурысы ҡуйылған.Институттың бер генә лабораторияһы стеналарында ҡуйылған уңышлы тәжрибәләр, асыштарҙы әгәр ҙә ғәмәлгә ашырғанда фәндең генә түгел, медицинаның да алға китеше һиҙелерлек булыр ине.Ғалимдар киләсәктә асыласаҡ геном медицинаһы үҙәгенә ҙур өмөттәр бағлай. Тик был юҫыҡта әлегә эш ҡуҙғалмаған. Был күренеште төбәк башлығы тәнҡитләп сығыш яһаны һәм эште тиҙләтергә тигән бойороҡ бирҙе. Геном медицинаһы үҙәге әлегә проект хәлендә, ә был ваҡытта республикабыҙ ғалимдары ил һәм донъя кимәлендә асыштар яһай.Өфө ғалимдары Рәсәйҙә беренсе булып параноялы шизофрения сире менән яфаланыусыларҙың генетикаһын өйрәнә һәм Республика психиатрия дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре ярҙамында был сирҙе дауалауҙа галоперидол дарыуының һөҙмтәлелеген асыҡлай.Институттың тағы ла бер йүнәлеше – иң ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһе – яман шеште өйрәнеү.Был бокста хайуандарҙан, кешеләрҙән алынған рак күҙәнәктәрен өйрәнәләр. Ҡыҙҙар уларҙы дауалай, тиһәк тә хата булмаҫ. Киләсәктә медицинала яман шеште дауалау өсөн тап улар өйрәнгән химик матдәләрҙе ҡулланыу ихтималлығы бар.Һәр гендың илле-йөҙәр меңләп алмашы бар. Шуға күрә лә бер организм да был донъяла ҡабатланмай. Һәр ДНК-ла үҙенсә мутациялар бара. Дарыуҙар, тирә-яҡ мөхиттең йоғонтоһо һәр күҙәнәккә төрлөсә. Миллисекундтар эсендә барған үҙгәрештәрҙе күреү, өйрәнеү һәм һығымта яһау бөгөн ғалимдарҙың иңендә. Шулай ҙа фәндең төп ҡаҙанышы – асыштарҙың ғәмәлдә ҡулланылыуы. Башҡортостан ғалимдары алдында ла был ҙур мәсьәлә һәм киләсәккә маҡсат булып тора. Белгестәр әҙер, асыштар бар, артабан төбәк һәм федераль кимәлдәге финанс ярҙамының булыуы ғына шарт.