Хәсән Назарҙың "Һайланма әҫәрҙәр" китабының исем туйы үтте

Тулыраҡ: Хәсән Назарҙың "Һайланма әҫәрҙәр" китабының исем туйы үтте

Хәсән Назарҙың "Һайланма әҫәрҙәр" китабының исем туйы үтте.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарға 75 йәш тулыу айҡанлы "Һайланма әҫәрҙәр" китабының исем туйы үтте. Шағирҙың шатлығын уртаҡлашырға уның ҡәләмдәштәре лә, ижадын яратыусылар ҙа килгәйне. Хәсән Назарҙың “Һайланма әҫәрҙәр” китабында ғүмер буйы тиерлек яҙылған шиғырҙар һәм поэмалары тупланған. Донъяны, халыҡтың асылын, уның үҫешен, ҡеүәтен рух көсө тота, ти шағир. Ошо һүҙҙәрҙе еткереү өсөн ул икенсе йыйынтыҡ өҫтөндә эшләй.